+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Барыһы ла ғаиләнән башлана

Быйыл – Ғаилә йылы. Ошо уңайҙан беҙҙең Учалы районында ла төрлө саралар үткәрелә.

Барыһы ла ғаиләнән башлана
Барыһы ла ғаиләнән башлана

Мәҫәлән, Уральск мәктәбенең II синыф уҡыусылары “Минең ғаиләм” проектында ҡатнашты. Етәкселәре – тәрбиә һәм балалар йәмәғәт ойошмалары менән эш итеү буйынса директор кәңәшсеһе Айһылыу Раят ҡыҙы. Улар бергәләп үҙҙәренең шәжәрәһен өйрәнде, Рәсәй халыҡтарының ғаилә йолалары, халыҡ ижады менән танышты, ғаилә ҡиммәттәре тураһында йәнһүрәттәр ҡараны. Ә Йәзилә Үҙәнбаева үҙ шәжәрәһе буйынса тикшеренеү эше лә әҙерләне.

Проектты байрам концерты менән тамамлап ҡуйҙылар. Унда ата-әсәләр саҡырылды. Балалар концерт номерҙары менән ҡыуандырҙы.

Зилдә МӘҮЛИТОВА.

Барыһы ла ғаиләнән башлана
Барыһы ла ғаиләнән башлана
Барыһы ла ғаиләнән башлана
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: