+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йәш армеецтар һаны артты

Сабир Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейы уҡыусылары йәш армеецтар сафын тулыландырҙы.

Йәш армеецтар һаны артты
Йәш армеецтар һаны артты

Унынсылар Ватанға тоғро булырға ант бирҙе, Рәсәй Федерацияһының патриоттары һәм лайыҡлы граждандары булырға, йәш армеец исемен ғорурлыҡ менән йөрөтөргә вәғәҙә итте. Хәрәкәт сафына ҡабул ителеү билдәһе итеп һәр уҡыусы таныҡлыҡ алды.

Сараға Учалы ҡалаһы һәм районы хәрби комиссары, подполковник Сергей Симонов, мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Римма Зарипова, хәрәкәте етәксеһе Рөстәм Хисмәтуллин килде. Улар балаларға уңыштар теләне.

Йәш армеецтар һаны артты
Йәш армеецтар һаны артты
Йәш армеецтар һаны артты
Йәш армеецтар һаны артты
Йәш армеецтар һаны артты
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: