+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һабаҡташтар осрашты

Февраль – беҙҙең мәктәп өсөн бик күңелле, матур ай. Сөнки нәҡ ошо мәлдә беҙ сығарылыш уҡыусыларын ҡунаҡҡа саҡырабыҙ. Йолаға әүерелгән байрам быйыл егерме беренсе тапҡыр уҙғырылды.

Һабаҡташтар осрашты
Һабаҡташтар осрашты

Һабаҡташтар осрашыуы – әйтеп бөтөргөһөҙ хәтирәләр кисәһе ул. Байрамға ветеран, башланғыс синыфтарҙа белем биргән уҡытыусыларыбыҙ һәм мәктәптә эшләп киткән апай-ағайҙарыбыҙ килеп етте. Һәр береһе күңел түрендәге матур хәтирәләре менән бүлеште. Мәктәп йылдары күңелдәр­ҙә иң ҡыҙыҡ саҡтар булып уйылып ҡала, күрәһең.
Байрамды балалар башҡарыуында йыр-бейеүҙәр, уҡытыусы апайҙарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ сығыштары биҙәне. Ҡунаҡҡа килгән һабаҡташтарҙың матур теләктәре, бүләктә­ре менән бергә концерт номеры ла әҙерләп килеүҙәре ҡыуандырҙы.
Был осрашыуҙы үткәреүгә әҙерлекте беҙ бер ай алдан башлайбыҙ. Сәхнәне матур итеп биҙәргә тырышабыҙ, сөнки иң ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙҙы ҡаршылайбыҙ бит.

Альбина БАҠЫЕВА,
VIII синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Амангилде мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: