+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Барыһын да һоҡландыра

Сәминә Әхмәтова – III синыф уҡыусыһы. Шундай тырыш инде үҙе, тик «бишле» билдәһенә генә уҡый.

Барыһын да һоҡландыра
Барыһын да һоҡландыра

Мәктәп, район, республика кимәлендә үткән конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша һәм еңеүҙәр яулай. Әйткәндәй, Сәминә сәнғәт мәктәбендә лә белем ала. Унда рәсем төшөрөү, вокал дәрестәрен үҙләштерә. Шуға ла ҡыҙыҡай матур-матур һүрәттәре менән һоҡландыра, өҙҙөрөп йырлап та ебәрә. Китаптар уҡырға әүәҫ. Ә киләсәктә табип булырға хыяллана.
Бөтә ергә лә өлгөрә ул. Өйҙә – әсәһенең уң ҡулы. Өләсәһе менән олатаһына ла йүгереп барып ярҙам итеп килә. Синыфташтары ла: «Сәминә! Сәминә!» – тип өҙөлөп кенә тора. Ул һәр береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Мәктәптәге бер сара ла беҙҙең Сәминәбеҙҙән башҡа үтмәй. Әйтергә онотоп торам, ул – яратҡан гәзитебеҙҙең йәш хәбәрсеһе лә. Шундай әүҙем уҡыусылар булғанда, Тыуған илемдең, халҡымдың киләсәге – ышаныслы ҡулдарҙа!


Илвира ЗАРИПОВА, 3-сө мәктәп уҡытыусыһы.
Туймазы районы, Серафимовка ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: