+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр

IV синыф уҡыусыһы Алмаз Мөзәфәров – бик шаян, уңған һәм талантлы малай. Бер ҙә тик торорға яратмай!

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр

Ул баянда уйнарға өйрәнә. Музыкаль етәксеһе – Розалиә Яхъя ҡыҙы Мин­һажева. Әсәһе Альбина Валерик ҡыҙы һәм өләсәһе Фәнүзә Назип ҡыҙы Йомағолова бик оҫта йырлай. Бергәләп бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулап торалар. Алтынсыла уҡыусы Самира апаһы музыка мәктәбендә вокал менән шөғөлләнә.
Алмазды атаһы Марат Миҙхәт улы бәләкәйҙән эшкә өйрәтә. Әле бына малай тракторсы һөнәрен дә үҙләштереп алған. Бурандарҙан һуң урамдарҙы трактор менән ҡарҙан таҙарталар.
Егет кеше етмеш төрлө һөнәргә эйә булырға тейеш. Баянда уйнау, трактор йөрөтөү бер ҙә артыҡ түгел.
Алмаз Самира апаһы менән заманса йыр ҙа ижад иткән.

Лира ҒИНИӘТУЛЛИНА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

 

"Зәңгәр трактор" беҙҙеңсә йырлай

Март – башҡортса буранай,
Бер ваҡыт та тын тормай.
Үҙе шаулай, буранлай,
Ыжғыра ул, туҡтамай,
Юлға ҡарҙарҙы һала –
Атлап сығып та булмай.
Ҡушымта:
Эй, буранай, буранай,
Зәңгәр трактор тик тормай.
Ишет мине, буранай,
Зәңгәр трактор тик тормай.
Һинең менән ярышып,
Көрттәрҙе һалып ташлай,
Бейек тауҙар ул яһай.
Алға-артҡа, алға-артҡа –
Зәңгәр трактор туҡтамай.
Ҡушымта:
Эй, буранай, буранай,
Зәңгәр трактор тик тормай.

Балалар бит ҡур(ы)ҡмай,
Һис нәмәгә ҡарамай,
Өйҙәренә ашыҡмай.
Буран тиеп ҡасмайҙар,
Тауҙа сана шыуалар,
Яр(ы)шып сана шыуалар.

Ҡушымта:
Эй, буранай, буранай,
Зәңгәр трактор тик тормай.
Зәңгәр трактор туҡтамай,
Үҙе беҙҙеңсә йырлай.

 

Самира һәм Алмаз МӨЗӘФӘРОВТАР,
Иҫке Туймазы белем биреү үҙәге уҡыусылары.
Туймазы районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: