+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡунаҡҡа шағирҙар килде

Мәктәбебеҙҙә Бөтә донъя шиғриәт көнөнә һәм шағир Рәшит Назаровтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған “Секундҡа мәңгелек һыйһын, нөктәгә – бөтә ғаләм” кисәһе үтте. Уны Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.

Ысын шағирҙар килде
Ысын шағирҙар килде

Сарала билдәле шағирҙар Тамара һәм Хисмәт Юлдашевтар, ғалимә яҡташыбыҙ Луиза Кирәева, “Йәшлек” гәзите һәм “Шоңҡар” журналы хәбәрсеһе, шағирә Гөлнур Ҡыуатова ҡатнашты. Осрашыуҙы шағирә Зөлфирә Фәрит ҡыҙы Ҡарағужина матур итеп алып барҙы. Беҙгә Тамара Искәндәриәнең, Хисмәт Юлдашевтың үҙ әҫәрҙәрен уҡыуы оҡшаны. Айырыуса Хисмәт ағайҙың “Эҙләйем аҙашымды” тигән шиғыры күңелгә ятты. Ә Луиза апай Кирәева мәктәптә уҡыған саҡтары тураһында, нисек итеп бәләкәйҙән үк шиғыр яҙа башлауы хаҡынды һөйләне.

Музей ойошторған күргәҙмәлә Рәшит Назаровтың ҡулъяҙмаларын яҡындан күрергә яҙҙы. Үҙебеҙ ҙә бөйөк шағирҙың әҫәрҙәрен һөйләп ишеттерҙек.

Шиғриәт байрамы бик ҡыҙыҡлы үтте. Милли әҙбиәт музейы хеҙмәткәрҙәренә бик ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

 

Урал ТАҺИРОВ, II синыф укыусыһы.

Ауырғазы районы, Төрөмбәт мәктәбе.

Ысын шағирҙар килде
Ысын шағирҙар килде
Ысын шағирҙар килде
Ысын шағирҙар килде
Ысын шағирҙар килде
Ысын шағирҙар килде
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: