+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
3 Апрель , 17:00

Эх, күңелле яҙ килә!

Мәктәбебеҙҙә «Ҡышты оҙатыу» байрамын үткәрҙек. Шул тиклем күңелле булды!

Эх, күңелле яҙ килә!
Эх, күңелле яҙ килә!

Уҡытыусы апай-ағайҙарыбыҙ төрлө спорт уйындары ойошторҙо. Мәҫәлән, Нил Мәһәҙи улы Ҡужәхмәтов менән Фидан Ғәфүр улы Йәһүҙин саңғы менән эстафета үткәрҙе. Һәр синыфтан бер ҡыҙ, бер малай ҡатнашты. Шундай көсөргәнешле барҙы был ярыш! Йәнә арҡан тартышыу ҙа беҙгә ныҡ оҡшаны.
Һуңынан бергәләп сәй эстек. Әсәйҙәр ниндәй генә тәмлекәс бешереп килтермәгән! Шулай ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршы алдыҡ.


Эльгина ИСМӘҒИЛЕВА.
Әбйәлил районы,
Амангилде мәктәбе.

Эх, күңелле яҙ килә!
Эх, күңелле яҙ килә!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: