+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
28 Апрель , 11:09

Синыфыбыҙ ғорурлығы

Гимназиябыҙ­ҙың Х «А» синыфына Алик был уҡыу йылында матур тәбиғәтле Бөрйән районынан килде. Әсәһе тәүҙә уны ситкә ебәрергә ҡаршы ине. Шулай ҙа, үҙе лә уҡытыусы булараҡ, улының киләсәген уйлап, данлыҡлы уҡыу йортонда белем алыуына ризалыҡ бирә. Әлбиттә, атаһы менән кә­ңәшләшкәндән һуң.

Синыфыбыҙ ғорурлығы
Синыфыбыҙ ғорурлығы

Алик Ғәлиуллиндың тәрбиәле, аҡыллы бала икәнлеге тәүге көндәрҙә үк беленде: ипле һөйләшә, ололарға ихтирамлы, тиңдәштәренә ҡарата иғтибарлы. Үҙенең алсаҡлығы, ихласлығы менән дә синыфташтары араһында тиҙ генә үҙ кеше булып китте ул. Уҡыу йылының беренсе ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса Алик бөтә фәндәрҙән дә тик «бишле» билдәләренә өлгәшеүен күрһәтте. Уҡытыусылар ҙа, тырышлығын күреп, төрлө кимәлдәге олимпиада, конкурс, фәнни-ғәмәли конференцияларға йәлеп итә башлай үҙен. Егет бер ҙә һынатмай. Гимназияла бер нисә генә ай уҡыу дәүерендә әллә күпме Маҡтау ҡағыҙы, Рәхмәт хаты, грамота-дипломдар менән бүләкләнде. «Әйтер һүҙем бар» шиғыр бәйгеһендә, тамашасыларҙы үҙенсәлекле сығышы менән таң ҡалдырып, Гран-при яуланы.
Беҙгә уҡырға килгәс, ҡалалағы автомәктәпкә лә йөрөргә өлгөрҙө. Оҙаҡламай уның водитель танытмаһы ла буласаҡ. Әүҙем егет йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша, синыфта миңә төрлө мәҙәни саралар, тыуған көн байрамдары үткәрешә. Хәҙер ул – ятаҡта староста, бүлмәләрҙә тәртип һәм таҙалыҡ өсөн яуап бирә.
– Беҙҙең менән шундай егет уҡығанына ҡыуанабыҙ һәм ғорурланабыҙ, – ти синыфташтары.
Мин дә уға ҡарап һоҡланам.

Фәннүрә БӘХТИГӘРӘЕВА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: