Динислам йәйге каникулын яҡшы кәйеф менән ҡаршылай. Уның көндәлеген «дүртле» һәм «бишле»ләр биҙәй. Тырыш, әүҙем, өлгөр уҡыусы икән үҙе. Бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен көтөп ала. Шиғыр һөйләү бәйгеләрендә ҡатнашып тора, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа һынатмай. Һүрәтте оҫта төшөрә, IV синыфта уҡыған сағында Бөйөк Еңеүгә арналған конкурста еңеп, Мәскәүгә саҡырыу алған. Унда синыф етәксеһе Мәҙинә Ғилметдин ҡыҙы Хәйбуллина менән барып ҡайтҡандар.
– Улыбыҙ беҙҙе уңыштары менән ҡыуандыра, һоҡландыра. «Йәйләү» лагеры үткәргән онлайн конкурстарҙа ла ҡатнашырға өлгөрә, – тип маҡтай үҙен әсәһе Гүзәлиә Ансар ҡыҙы.
Ул мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Динисламдың апаһы менән һеңлеһе лә бар. Йәнгүзәл – IX, ә Заһиҙә II синыфта белем ала. Атайҙары Магнитогорскиға йөрөп эшләй.
Ауылда Рафиҡ олатаһы менән Фәриҙә өләсәһе йәшәй. Уларҙың һәм күрше Хәлилдәге Ансар олатаһының хәлдәрен белешеп, ярҙам итеп торалар.
Хушлашҡанда:
– «Йәншишмә»гә яҙылырбыҙ, гәзиттең дуҫы булырбыҙ, – тип оҙатып ҡалды Шөғөровтар.
М. СӘЙЕТОВ.