+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бишенсегә күстеләр

Яңы ғына “Башланып китте уҡыуҙар “А” тигән хәреф менән”, – тип шиғыр һөйләп, беренсе синыфта уҡыуҙы башлағайнылар, күҙ асып йомғансы дүрт йыл үтеп тә киткән.

Бишенсегә күстеләр
Бишенсегә күстеләр

Аҡъяр урта мәктәбендә IV синыфтарҙың сығарылыш кисәһе үтте. Байрамды сағыу ҡыҙҙар һәм малайҙар вальс менән асып ебәрҙе. Башланғыс синыфтарҙың директор урынбаҫары Р. Р. Хәсәнова уҡыусыларҙың белемен дөйөмләштереп, артабан да яҡшы уҡыуҙарын теләп, дипломдар тапшырҙы. Г. Ә. Әлмөхәмәтова (урта звено директор урынбаҫары) күңелле һәм фәһемле каникул теләп уҡыусыларҙы үҙ звеноһына ҡаршы алды. Әлбиттә, ата-әсәләр ҙә иң изге теләктәр теләп, мәктәп тормошоноң мөһим осорона йомғаҡ яһаны.

Байрам яҡшы кәйеф атмосфераһында үтте. Был хаҡта сығарылыш уҡыусыларының, ата-әсәләрҙең, уҡытыусыларҙың йылмайыуы ғына түгел, ә уларҙың шатлыҡ һәм бәхет күҙ йәштәре менән тулған күҙҙәре лә шаһитлыҡ итте... .

 

Фәнзилә АБДУЛЛИНА.

Хәйбулла районы.

Бишенсегә күстеләр
Бишенсегә күстеләр
Бишенсегә күстеләр
Бишенсегә күстеләр
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: