+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Киләсәктә лә һынатмаҫтар әле

Уҡыу йылы тамам. Дүртенселәр башланғыс мәктәп менән һаубуллашыу кисәләре үткәрҙе.

Киләсәктә лә һынатмаҫтар әле
Киләсәктә лә һынатмаҫтар әле

 Бөрйән районы Исламбай мәктәбенең IV синыфын быйыл 6 уҡыусы тамамланы. Тимур Мырҙағолов, Нурзидә Аллабирҙина, Алһыу Ишбаева – отличниктар, Эмилия һәм Гөлназ Хәйбуллиналар, Рузидә Шакирова «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡый. Дәртлеләр, уҡырға ынтылып, күҙҙәренән осҡондар сәсеп торалар, тип маҡтайҙар үҙҙәрен мәктәптә.
Тимур ике йыл робототехника түңәрәгендә шөғөлләнеп, ярыштарҙа ҡатнашып йөрөй. Алһыу урыҫ теленән район олимпиадаһында еңеүсе булған. Ҡыҙҙар төрлө яҡлап һәләтле: йырлайҙар, бейейҙәр. Нурзидә ҡумыҙҙа ла уйнай.
Дүртенселәрҙең уҡытыусылары – Алһыу Фәрит ҡыҙы Хафизова. Балалар телгә оҫта, төрлө шиғыр конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар алып торалар. Киләсәктә лә һынатмаҫтар әле. Йәй буйы атай-әсәйҙәренә ярҙам итеп, һыу инеп, ҡыҙынып, уҡырға көс йыйып килерҙәр.

Киләсәктә лә һынатмаҫтар әле
Киләсәктә лә һынатмаҫтар әле
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: