Балаларҙы әҙерләгән һәм йондоҙ итеп балҡытҡан уҡытыусы-тәрбиәселәр, түңәрәк етәкселәрен гимназия администрацияһы Рәхмәт хаттары менән ҡотланы.
Директорыбыҙ Илнур Рифат улы Сәлихов уҡыусыларға иҫтәлекле бүләктәр һәм Почет грамоталары тапшырҙы. Балалар гимназия логотибы булған бүләктәр алып ҡыуанды.
“Йондоҙҙар парады“н музыкаль яҡтан “Аҡйондоҙ“ өлгөлө бейеү ансамбле, “Аманат“ этно-фольклор һәм ҡурайсылар ансамбле биҙәне. Гимназияла эшләп киткән хөрмәтле ҡунағыбыҙ, йырсы Юнир Һағынбаевтың саҡырыуҙы кире ҡаҡмай, ваҡыт табып килеүе күркәм сараға тағы нығыраҡ йәм өҫтәне, күңелле йырҙары кәйефтәрҙе тағы ла күтәреп ебәрҙе.
Тамаша бүләкләнгән уҡыусыларға ғына түгел, залда ултырған бәләкәстәргә лә ныҡ тәьҫир итте. Улар үҙҙәренең өлкән апай-ағайҙарына берсә һоҡланып, берсә көнләшеп ҡарап ултырҙы. Һис шикһеҙ, икенсе йылға был уҡыусыларыбыҙ “йондоҙҙар“ исемлегенә инер, тигән өмөттәбеҙ.
Ләйлә ӘБИЛОВА, Фәннүрә БӘХТИГӘРӘЙЕВА, Зәримә ҒӘБДЕЛМӘНОВА.
Өфө ҡалаһы.