+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тәбиғәткә сыҡтыҡ

Йәш натуралистар станцияһы тәрбиәләнеүселәре өсөн дә уҡыу йылы аҙағына етте.

Тәбиғәткә сыҡтыҡ
Тәбиғәткә сыҡтыҡ

Беҙҙә шөғөлләнеүселәр бик әүҙем, тырыш. Мәктәптәге дәрестәрҙән арып ҡайтыуға ҡарамаҫтан, түңәрәккә ихлас йөрөйбөҙ. Ул ғына түгел, район, республика кимәлендәге конкурстарҙа йыш ҡатнашабыҙ, призлы урындар яулайбыҙ.

Уҡыу йылын йомғаҡлап, педагогтар һәм ата-әсәләр менән тәбиғәткә экскурсияға сыҡтыҡ. Саф һауала төрлө уйындар, квестар үткәрелде, йыл дауамында төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашҡан балалар бүләкләнде. Сара бик матур һәм файҙалы үтте.

 

Динара ИШМЫРҘИНА, VI синыф уҡыусыһы.

Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: