IX синыфты быйыл 8 уҡыусы тамамлай икән. Абдулла, Яңы Бишауыл, Иҫке Бәпес, Яңы Бәпес – төрлө ауылдан йыйылғандар. Береһенән-береһе уңған, тырыш, һәләтле улар. Күптәре мәктәп ғорурлығы булған. Бигерәк тә Нурсилә Хәсәнова һоҡландырған. Оҫта бейей, йырлай. Бик күп сараларҙың уртаһында ҡайнай икән. Йыл да «Гәлсәр тамсы» бәйгеһендә көсөн һынай. «Мостай уҡыуҙары»нда призлы урын алһа, быйыл «Башҡорт мозаикаһы» конкурсында үҙе яҙған шиғыр менән сығыш яһап, еңеүсе булған.
Азамат Хәсәнов, Рәмил Сәйфуллин, Айназ Хәлитов, Карина Мозафарова, Нурсилә Хәсәнова ҡурай түңәрәгенә йөрөгән. Уларҙы ҡурай серҙәренә балалар сәнғәт мәктәбенән Имза Әхтәм улы Биктимеров өйрәткән. Төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып торғандар. Егеттәр 2023 йылда Ғата Сөләймәнов исемендәге конкурста призлы урын алып һөйөнгән.
Венирита Ҡыуатова инша яҙырға ярата. Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып өсөнсө урынға сыҡҡан. Синыфтың старостаһы ла икән үҙе. Зөлфиә Шахморатованың ҡул эштәренә оҫта булыуын, Азалина Хөснөтдинованың өй тирәһендә сәскә үҫтерергә яратыуын да белдек.
– Айырылышыуы ҡыйын булыр инде, – ти синыф етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Шәрифулла ҡыҙы Абдуллина. – Бер-беребеҙгә ныҡ өйрәнеп киткәйнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыусыларым быйыл беҙҙең мәктәпте тамамлап, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларына уҡырға китергә йыйына. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, уларға аҡ юл теләп ҡалабыҙ.
М. СӘЙЕТОВ.