Бында 2024 йылда реконструкция эшәтре башҡарылған, һәм ул 750 уҡыусыны һәм 120 балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһен ҡабул итергә әҙер. Белем биреү учреждениеһы үҙ ишектәрен 2 сентябрҙә аса.
Дөйөм майҙаны 14 мең квадрат метрҙан ашыу булған корпус һигеҙ блокты үҙ эсенә ала. Бында 4 ҡатлы гимназия, ике спорт бинаһы, ашхана, тамаша залы һәм мәктәпкәсә учреждение урынлашҡан. Спорт блоктарынан тыш барлыҡ биналар ҙа үҙ-ара ла йылы үткәүел – галерея – менән тоташтырылған.
Гимназияла төбәк башлығы Радий Хәбиров стоматология кабинетын ҡараны. Заманса йыһазландырылған бинала табиптар балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы ҡабул итәсәк. Шулай уҡ республика етәксеһе тамаша залында, башланғыс кластар, хеҙмәт кабинеттарында һәм психологик ял бүлмәһендә булды.
«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә белем усағына яңы ҡорамалдар – мобиль һәм стационар информатика кабинеттары, интерактив панелдәр һәм лазер принтерҙары – ҡайтарылған. Республика етәксеһе уҡыусылар IT-өлкәлә тәүге аҙымдарын яһаясаҡ биналарҙы йыһазландырыу барышы менән танышты.
Ашхана гимназияһында төбәк Башлығын мәктәп туҡланыуы рестораны менән таныштырҙылар. Бында төрлө меню варианттары тәҡдим ителә, ә аҙыҡ төрҙәрен – һурпа, ҡайнар ризыҡтар, гарнирҙар, салаттар, йәшелсә һәм емеш-еләк – балалар үҙҙәре һайлай.
Мәктәп менән танышыу барышында Радий Хәбиров педагогтар составы һәм ата-әсәләр комитеты вәкилдәре менән аралашты. Гимназия коллективы һәм ата-әсәләр яңы корпус менән ҡәнәғәт булыуҙарын белдерҙе. Бынан тыш, уҡытыусыларҙың береһе уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр өсөн льготалы шифахана-курорт дауалау программаһын булдырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте.
– Республикала 37 мең уҡытыусы эшләй, һәм беҙ дәүләт ярҙамының был төрөн тикшерҙек. Уҡытыусыларға юлламаларҙың баҙар хаҡын кәметеү мөмкинлеген аңлау өсөн, ошо мәсьәлә өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ гимназияһы корпусын реконструкциялау проектының хаҡы 1 миллиард һумдан ашыу булыуын билдәләне. Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, был сумманың 50 проценты – федераль бюджеттан.
– Нимәнелер үҙгәртеп ҡороу, яңынан төҙөүгә ҡарағанда, һәр ваҡыт ҡатмарлыраҡ. Бынан тыш, бина элек шифахана-профилакторийға ҡарай ине, шуға күрә ул уҡыу процесы өсөн яраҡлаштырылмаған, – тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Әммә беҙ, был проектты тормошҡа ашырып, заманса мәктәп булдыра алдыҡ, ул бик яҡшы һәм уңайлы килеп сыҡты. Ата-әсәләр һәм уҡытыусылар менән аралашып, уларҙың яңы корпус менән ҡәнәғәт булыуҙарына инандым. Беҙҙең уҡыу йорттары шундай булырға тейеш тә.
glavarb.ru сайтынан алынды.