Мәктәп урынлашҡан биҫтәлә балалар һаны йылдан-йыл арта. Бөгөн белем усағы ишеген 990 бала асып инде. Айырыуса беренселәр күп икән: биш параллель синыфта 130 бала уҡыясаҡ.
– Шатлығыбыҙ менән уртаҡлашам – йәйгеһен мәктәптә ремонт эштәре башҡарылды. Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашып, биләмәне лә асфальтланыҡ. Һәр саҡ ярҙам итергә әҙер ата-әсәләргә ҙур рәхмәтлемен, – тине мәктәп директоры Рафиҡ Рәшит улы Әбүләев. Ул иң әүҙемдәренә Рәхмәт хаты тапшырҙы. – Ошо уҡыу йылына ҡуйылған маҡсаттарҙың тәүгеһе – шайморатовсылар синыфын асыу. Мәктәбебеҙҙең 50 йыллыҡ юбилейы ла тора алда. Төрлө грант проекттарында ҡатнашып еңеү яуларға ла иҫәп тотабыҙ.
Маҡсаттарға өлгәшергә яҙһын! Әле белем усағында йәш армеецтар хәрәкәте уңышлы ғына эшләп килә, артабан да үҫеш булырына шик юҡ.
Концерт номерҙарын ҡарағандан һуң дәрескә тәүге ҡыңғырау шылтыраны. Уҡыусылар кабинеттарына дәреслектәр алырға таралышты. Һигеҙенселәрҙе иһә ҡунаҡ көтә ине: махсус хәрби операция биләмәһенән ялға ҡайтҡан «Чекист» позывнойлы ағайҙары менән осрашты улар. Яугир Белем көнө менән ҡотланы, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Яңы уҡыу йылы уңышлы, тыныс булһын, дуҫтар!