IV «Г» һәм «Д» синыфтары уҡыусылары Илсиә Йомаҙил ҡыҙы һәм Нәсимә Хәким ҡыҙы етәкселегендә «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» республика проектында ҡатнашты һәм медицина колледжына барыу мөмкинлегенә эйә булды. Балалар йомаҡтар систе, бактериялар һәм микробтар тураһында йәнһүрәт ҡараны. Бынан һуң уларҙы 4 командаға бүлеп, ҡыҙыҡлы станциялар буйлап йөрөттөләр. Гимназистар сабыйҙы дөрөҫ итеп биләү, ауырыуҙы ҡарау, бинт бәйләү, танауҙан ҡан ағыу ваҡытында беренсе ярҙам күрһәтеү, дөрөҫ итеп ҡул йыуыу хаҡында күп файҙалы мәғлүмәт алды. Аҙаҡтан уҡыусыларға бүләктәр ҙә тапшырылды.
Люциә ҒАТАУЛЛИНА.