160-лап милләт вәкиле татыу йәшәгән республикабыҙға барыһы ла һоҡлана. Әлеге мәктәптә лә төрлө уҡыусылар йыйылған. Был бер ҙә насар түгел. Бер-береһенең йолаларын, иҫтәлекле байрамдарын, ғаилә ҡанундарын белеп үҫә бит улар. Үҙ телдәрендә һөйләшкәндә дуҫтары ҡайһы бер һүҙҙәрҙе лә отоп ала. Шул рәүешле белем офоҡтары киңәйә.
Был юлы педагогик коллектив төбәгебеҙҙә йәшәгән иң күп һанлы бер нисә халыҡтың мәҙәниәтен күрһәтергә тырышты. Урамда өс өҫтәл әҙерләнде. Башҡорт, татар һәм урыҫ зоналарына бүленеп, һәр милләт вәкилдәре сағыу кейемдәрен кейҙе, аш-һыуын ултыртты, ҡул эштәрен килтерҙе. Ысынлап та, һәр өҫтәл шул тиклем бай ине!
Килгән ҡунаҡтар ҙа маҡтап ҡуйҙы байрамдың ойошторолоу кимәлен. Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Солтан Рузил улы Бадыҡов менән мәғариф бүлеге етәксеһе Азамат Сәйет улы Сәйфуллин мәктәптең йылдан-йыл яңы үрҙәр яулауын, белем һәм тәрбиә биреү сифаты яҡшырыуын телгә алды. Район-ҡалала үткән конкурстарҙа төрлө өлкәләрҙә йыш ҡына призлы урын ала уҡыусылар. Әлбиттә, бында белем усағы етәксеһе Рафиҡ Рәшит улы Әбүләевтең дә өлөшө ҙур.
“Башҡортостан” командаһы ҡурай, ҡумыҙ моңдары һәм ағас ҡалаҡтар ярҙамында көй сығарып әсир итһә, “Татарстан” вәкилдәре йырланы, шиғырҙар һөйләне. “Рәсәй”ҙәр иһә таҡмаҡтар менән күңелде күтәрҙе. Икенсе майҙансыҡта уҡыусылар әҙерләгән концерт барҙы, башланғыс синыф кескәйҙәре өсөн спорт уйындары ойошторолдо. Байрам гөрләп үтте.
АВТОР фотолары.