2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса төбәктә күп профилле полилингваль дөйөм белем биреү ойошмалары селтәре булдырылды. Әлеге ваҡытта һигеҙ полилингваль мәктәп эшләй: икәүһе – Өфөлә, ҡалғандары – Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Учалы ҡалаларында, Хәйбулла, Мишкә райондарында. Шулай уҡ Баймаҡ лицей-интернатында, Яңы Тәтешле ауылы мәктәбендә һәм Бишбүләк ауылының 2-се мәктәбендә полилингваль синыфтар асылды.
Ошо белем усаҡтарында эшләүселәр Аҡъярҙың өсөнсө полилингваль мәктәбендә осрашты. Фестивалде асыу тантанаһында ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Морат Ишемғолов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, Аҡъяр ауылының 3-сө мәктәбе директоры Рөстәм Дәүләтбирҙин сәләмләне.
Ҡунаҡтарға бина буйлап экскурсия үткәрҙеләр, райондың белем биреү системаһы менән таныштырҙылар. Тәрбиәселәр һәм педагогтар эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Уҡыусыларҙың эштәренән күргәҙмә лә әҙерләнгәйне.
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.