+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
7 Ноябрь 2024, 12:59

Беҙҙә лә шайморатовсылар бар

Мәктәбебеҙҙә бик ҙур, мәртәбәле сара уҙҙы. Махсус хәрби операцияла батыр­ҙарса һәләк булған яҡташтарыбыҙ Айнур Анисар улы Ямалов менән Самат Йәүҙәт улы Вәлиев иҫтәлегенә Герой парталары асылды.

Беҙҙә лә шайморатовсылар барБеҙҙә лә шайморатовсылар бар
Беҙҙә лә шайморатовсылар бар

Уларҙа икеһенең дә фотоһүрәттәре урынлаш­ҡан, биографиялары, Тыуған иле алдында ҡыл­ған батырлыҡтары тураһында мәғлүмәт яҙылған. «Герой партаһы» – ҡаһарманлыҡ, ныҡлыҡ һәм батырлыҡ символы. Йәш быуын быны онотмаҫҡа, илһөйәр, ҡыйыу булып үҫергә тейеш.
Беҙҙә хәҙер шайморатовсылар синыфы ла бар.
– Был синыфты асыу – илһөйәрлек тәрбиәһенең иң яҡшы алымдарының береһе. Махсуслаштырылған синыфта иғтибар күберәк илебеҙ тарихы, математика, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә йүнәлтелә, – тине бишенселәрҙең етәксеһе Алһыу Таштимер ҡыҙы Баймырҙина. Уҡыу­сылар шулай уҡ хәрби йүнәлеш буйынса өҫтәмә шөғөлләнәсәк, саф­ҡа теҙелеп атларға өйрәнәсәк. Һыбай йөрөү, йәйәнән уҡ атыу оҫталығы камиллаштырыласаҡ. Шайморатовсылар спортта ла, уҡыу­ҙа ла һынатмаҫ, тип ышанабыҙ.

Люциә ҒАТАУЛЛИНА.
Әбйәлил районы, Амангилде ауылы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас