Унда районыбыҙҙың үҙидара органдары вәкилдәре, Вәхитовтар династияһы, педагогик хеҙмәт ветерандары, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты. Улар Хөрмәт Исмәғил улының тормош юлын, ҡаҙаныштарын һәм хеҙмәттәрен иҫкә алды. Шулай уҡ был көндө ярты йыл дауамында архив материалдарын өйрәнеп тикшеренеү эштәрен яҙған уҡыусылар араһында еңеүселәрҙе бүләкләнеләр.
Әйткәндәй, Вәхитовтар ғаиләһе конкурста еңеүсегә стипендия булдырҙы. Ул Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбе уҡыусыһы Айгүзәл Баҡтыбаеваға (етәксеһе – Кәбирә Таулыҡаева) тапшырылды. Райондың мәғариф идаралығы етәксеһе Айгөл Кәримова Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбе коллективына планшеттар бүләк итте.
Хөрмәт Исмәғил улы 1924 йылдың 1 ноябрендә тыуған. 17 йәшенән Алыҫ Көнсығыш сиктәрен Япония милитаристарынан һаҡлай. Һуғыш тамамланғандан һуң хеҙмәтен Совет Армияһында дауам итә һәм тыуған районына 1950 йылда ғына ҡайта. Ул тормошон педагогик эшмәкәрлек менән бәйләй.
Хөрмәт Исмәғил улының балалары ғаилә династияһын дауам итеп, йөҙ йылдан ашыу дөйөм ғаилә педагогик стажына эйә.
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.