108-се мәктәптә ул быйыл бишенселәрҙе йәш армеецтар сафына алыу менән иҫтә ҡалды. Уҡыусыларҙы мөһим көндәре менән ҡотларға “Хәрби туғанлыҡ” йәмғиәте етәксеһе, афған һуғышы ветераны Альберт Шаһиморатов килде. Ә инде тәжрибәле йәш армеецтар – өлкәнерәк синыф уҡыусылары – үҙҙәренең уңыштары хаҡында һөйләне, Ватанды яратыуҙың мөһимлеген билдәләне.
Фойела иһә “Яҡташтарыбыҙ – Рәсәй Геройҙары” фотокүргәҙмәһе асылды. Һәр Герой алдында баш эйәбеҙ!