+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
28 Декабрь 2024, 06:52

Янғын булдырмаҫ өсөн

Республикала Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы 2014 йылдан уңышлы эшләп килә. Унда ҡатнашырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта бара. Сөнки был проект – йылдар буйы ҡул етмәгән проблемаларҙы хәл итеүҙең бер юлы.

Янғын булдырмаҫ өсөнЯнғын булдырмаҫ өсөн
Янғын булдырмаҫ өсөн

Ошо программа буйынса Йәнйегет мәктәбенең ҡыйығы алмаштырылды. Ләкин белем йортобоҙҙо тағы ла төҙөкләндереү өҫтөндә башҡараһы эштәр бик күп әле.

Әле мәктәптә янғын хәүефен булдырмау уҡыусыларҙы янғындан һаҡлау төп бурыс булып тора. Бының өсөн электр ҡорамалдары сымдарын алмаштырыу мотлаҡ. Ауыл халҡы ла, программала ҡатнашты, ошо эште атҡарып сығырбыҙ, тип уйлайбыҙ.

 

Дилүзә НИҒӘМӘТОВА, уҡытыусы.

Баймаҡ районы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас