+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
16 Ғинуар 2025, 14:08

Герой партаһы

...Районда үткән төрлө байрам сараларын алып бара. Концерттарҙа ҡатнаша. «Байыҡ» бейеү конкурсына барып коллектив бейеү менән I урын алып ҡайталар. Яңғыҙ бейеү менән Гран-при алыр­ға тағы ла киләм әле, тигәйне... Өлгөрмәне...

Герой партаһыГерой партаһы
Герой партаһы

Күп мәктәптәрҙә Герой парталары асыла хәҙер. Унда батырҙың фотоһүрәте ҡуйыла, биографияһы, ҡаҙаныштары яҙыла. Был партаға ултырыу хоҡуғы иһә уҡыу алдынғыларына, олимпиада, төрлө конкурс еңеүселәренә, спортсыларға, әүҙемдәргә бирелә.
«Герой партаһы» яугир егеттәребеҙ хаҡында яҡты иҫтәлек һаҡлай. Батырҙарыбыҙҙы белеү, улар тураһында онотмау – беҙҙең бурысыбыҙ.
Белорет районы Йөйәк мәктәбендә лә уҙған йыл махсус хәрби операцияла ҡатнаш­ҡан Алмас Хужин иҫтәлегенә «Герой партаһы» асылды.
Алмас Әсҡәт улы күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Ете бала араһында иң кесеһе була. Бәләкәйҙән сәнғәткә ғашиҡ малай ауылда үткән сараларҙа мәктәпкә төшмәҫ элек үк ҡатнаша башлай. Уҡытыусылары уның шаян, әүҙем, изге күңелле булыуы тураһында һөйләй.
Дүртенсе синыфҡа тиклем малай туған мәктәбе Йөйәктә белем ала. Аҙаҡ уҡыуын Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһында дауам итә. Уны уңышлы тамамлағандан һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә. Ил алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайт­ҡас, Алмас Стәрлетамаҡ филармонияһында хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында, Ҡала мәҙәниәт һарайында үҙенең һөнәре буйынса эшләй.
Махсус хәрби операцияға киткәнсе ул Архангелда йәшәй. Ғаилә ҡора. Ун һигеҙ йыл район мәҙәниәт һарайында эшләй. Үҙе йырсы, бейеүсе, гармунсы булған егет тиҙ арала тамашасылар күңелен яулап ала. Районда үткән төрлө байрам сараларын алып бара. Концерттарҙа ҡатнаша. «Байыҡ» бейеү конкурсына барып коллектив бейеү менән I урын алып ҡайталар. Яңғыҙ бейеү менән Гран-при алыр­ға тағы ла киләм әле, тигәйне... Өлгөрмәне...
Алмас Хужин Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға китә. Дүрт ай ғына булып өлгөрә яу яланында. Шул ваҡытта уның гармунда уйнап төшөргән видеояҙмаһын ҡарамаған кеше ҡалмағандыр, моғайын. Иптәштәрен дәртләндереп, ҡалай матур итеп бейеү көйҙәрен һыҙҙыра ғына үҙе! Был донъя менән хушлашырға уйында ла юҡ ине, әлбиттә...
Батыр яугир, реактив артиллерия дивизионының өлкән наводчигы Алмас Хужин уҙған йылдың июлендә һәләк була. Ҡатыны, ике балаһы етем ҡала. Ҡаһарман яҡташыбыҙ үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.
Исемең ауылдаштарың күңелендә мәңге һаҡланыр. Тыныс йоҡла, батыр егет!

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Герой партаһы
Герой партаһы
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас