+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
17 Ғинуар 2025, 05:44

Татырүҙәк уҡыусылары ижады

Һеҙгә үҙҙәренең ҡышҡа арналған ижад емештәрен Хәйбулла районы Татырүҙәк мәктәбенең V синыф уҡыусылары тәҡдим итә.

Татырүҙәк уҡыусылары ижадыТатырүҙәк уҡыусылары ижады
Татырүҙәк уҡыусылары ижады

Ҡышын күңелле!

Ҡышты бик яратам. Тышта ниндәй күңелле! Тирә-яҡ ап-аҡ булған! Шундай матур күренеш. Ер өҫтө ҡалын юрған аҫтында ҡалған. Урмандағы йәнлектәр ҙә ҡайҙалыр йәшеренгән кеүек.
Эйе, һәр миҙгел үҙенсә матур. Ҡышҡыһын санала, саңғыла шыуырға, ҡар бәрешеп уйнарға була.
Рүзилә ӘХМӘҘИЕВА.

Яратҡан миҙгелем

Йылдың иң күркәм миҙгеле килде. Һоҡланғыс мәл. Бөтә донъя аҡҡа күмелде. Тәҙрәләргә Ҡыш бабай тылсымлы таяғы менән биҙәктәрен төшөрҙө. Балалар урамда сикһеҙ ҡыуанып уйнай. Һәр ихатала ҡыҙыл танаулы ҙур ҡар бабайҙар тора.
Яңы йыл килгәне һиҙелә. Кешеләр өйҙәрен биҙәгән, йәшел һәм ҡупшы шыршы ҡуйған, бер-береһенә бүләктәр бирешә.
Бәхтиәр БАЙСУРИН.

Әкиәт донъяһында

Миңә лә ҡыш ныҡ оҡшай. Сөнки был миҙгелдә мөғжизәле байрам – Яңы йыл була. Уны көтөп алам.
Ҡыш көнө ябалаҡлап ҡар яуғанын күҙәтергә яратам. Ағастарға бәҫ ятыуы ла – үҙе бер мөғжизә. Ҡайһы бер көндәрҙә бурандар ҙа, ҡаты һыуыҡ та була. Ап-аҡ ҡарҙар яуһа, Ер йөҙөнә сафлыҡ, таҙалыҡ һибелгәндәй. Үҙеңде әкиәт донъяһына килеп ингәндәй тояһың.
Диана СЫҢҒЫҘОВА.

 

Һүрәттәр: Бәхтиәр БАЙСУРИН, Дилбәр АЙҘАШЕВА, Наҙгөл АЛЛАБИРҘИНА, Диана СЫҢҒЫҘОВА, Эльза ТИМЕРБАЕВА.

Татырүҙәк уҡыусылары ижады
Татырүҙәк уҡыусылары ижады
Татырүҙәк уҡыусылары ижады
Татырүҙәк уҡыусылары ижады
Татырүҙәк уҡыусылары ижады
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас