+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
27 Февраль 2025, 06:32

Исеме лә, батырлығы ла онотолмай

14 февралдә легендар яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың тыуған көнө булды. Беҙ уны йыл һайын көтөп алабыҙ. Тап ошо көндө Гимназия көнө үткәрелә.

Исеме лә, батырлығы ла онотолмайИсеме лә, батырлығы ла онотолмай
Исеме лә, батырлығы ла онотолмай

Кем ул Таһир Күсимов? Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының полк командиры. Генерал-майор.
Таһир Күсимов 1943 йылдың 27 сентябрендә Днепрҙы дошман уты аҫтында кискәндә айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә. Был алыштан һуң ул III дәрәжә Суворов ордены менән бүләкләнә, ә 1944 йылдың 15 ғинуарында Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Беҙҙең гимназиябыҙ Таһир Күсимов исемен йөрөтә. Уның батырлығын онотмайбыҙ, бында уҡыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Беҙ илебеҙҙең тарихын өйрәнәбеҙ, Күсимов кеүек данлыҡлы шәхестәрҙең тормош юлы менән танышабыҙ, илһөйәр булып үҫергә тырышабыҙ. Гимназиябыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарының ҡаһарманлығына арналған батырлыҡ дәрестәре лә үткәрелә.

Ләйсән РӘХМӘТУЛЛИНА,
Х синыф уҡыусыһы,
Әбйәлил районы,
Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас