Хәрби-патриотик айлыҡ ваҡытында «Йәгеҙ әле, малайҙар!» ярышы гөрләп уҙҙы. I – V синыфтар араһында ойошторолған бәйге Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды. Буласаҡ һалдаттар үҙҙәрен етеҙлектә, сослоҡта һынап ҡараны.
Уйында 2 команда үҙ-ара көс һынашты. Улар тәүҙә үҙҙәре менән таныштырҙы. Шунан инде эстафета, тоҡ кейеп йүгереү, сәпкә атыу, оҙонлоҡҡа һикереү, сәкән менән тупты йөрөтөү кеүек ҡыҙыҡлы ярыштар булды.
Еңеү яулау өсөн физик яҡтан көслө булыу ғына етмәй. Бының өсөн берҙәм, ойошҡан, көслө ихтыярлы булыу ҙа шарт. Ярыш «Арсенал» командаһының еңеүе менән тамамланды: Сәлим Аманғолов, Нурислам Буранбаев, Мират Әлибаев үҙҙәрен бына тигән буласаҡ ил һаҡсылары итеп күрһәтә алды. «Һалдаттар» командаһынан Вадим Ғайсин, Сәйет Дәүләтҡолов, Аҫылйәр Ураҙгилдин өлкәндәргә лайыҡлы алмаш булып үҫер, тип ышанабыҙ.
Ярыш спорт һәм сәләмәтлек байрамына әйләнде. Уны мауыҡтырғыс итеп ойоштороусы физкультура уҡытыусыһы Сәлихйән Мәүлитйән улына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Малайҙарыбыҙҙың көслө рухлы, илһөйәр, ҡыйыу йөрәкле батырҙар булып үҫеүен теләйбеҙ.
Әнүзә НУРАСОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Баймаҡ районы, Муллаҡай мәктәбе.