+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
3 Март 2025, 14:29

«Татыу ғаилә – ил күрке»

Әбйәлил районындағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияның I синыф уҡыусылары атай-әсәйҙәр менән бергә күңелле байрам үткәрҙе.

«Татыу ғаилә – ил күрке»«Татыу ғаилә – ил күрке»
«Татыу ғаилә – ил күрке»

Синыф етәксеһе Люциә Азамат Дауытова уҡыусылары менән «Урал батыр» эпосын сәхнәләштерҙе. Атайҙар «Балаңды беләһеңме?» тигән уйында уларҙың яратҡан төҫөн, дәресен, аш-һыуын билдәләне. «Бармаҡтар» уйыны ла бик ҡыҙыҡлы булды. Әсәйҙәр менән  «Әлләсе» уйыны бигерәк мауыҡтырғыс, үҙенсәлекле килеп сыҡты. Өләсәйҙәрҙең әкиәте бәләкәй саҡта ныҡ иҫтә ҡала. Балалар ҙа әкиәт һөйләне. Асель Әҙеһәмова – «Зөһрә менән Ай», Мирас Теләүғолов «Алтын балта» әкиәтен һөйләп күрһәтте.

Ҡыҙҙар-малайҙар йырҙар йырланылар, шиғыр һөйләнеләр, дәртле бейеүҙәре менән ҡыуандырҙылар. Ғаилә байрамында уҡыусылар атай-әсәйҙәренә үҙҙәре 3D-ручка ярҙамында эшләгән брелоктарын бүләк иттеләр.

Ғаилә – киләсәктең нигеҙе ул. Атай-әсәй – ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – беҙҙең көҙгөбөҙ. Һәр ғаилә ҡотло һәм даланлы булһын, бер-береһен яҡлап, һаҡлап йәшәһен!  

«Татыу ғаилә – ил күрке»
«Татыу ғаилә – ил күрке»
«Татыу ғаилә – ил күрке»
«Татыу ғаилә – ил күрке»
«Татыу ғаилә – ил күрке»
«Татыу ғаилә – ил күрке»
«Татыу ғаилә – ил күрке»
«Татыу ғаилә – ил күрке»
«Татыу ғаилә – ил күрке»
«Татыу ғаилә – ил күрке»
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас