+4 °С
Облачно
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
5 Марта 2025, 10:36

Бронежилетты кейеп тә ҡаранылар

Гимназиябыҙҙа IX «Б» һәм X «Б» синыфтары өсөн тул­ҡынландырғыс ваҡиға булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бронежилетты кейеп тә ҡараныларБронежилетты кейеп тә ҡаранылар
Бронежилетты кейеп тә ҡаранылар

Беҙгә Салауат Юлаев батальонында хеҙмәт итеүсе, әле махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан «Усман» һәм «Уҡытыусы» позывнойлы һалдаттар осрашыуға килде.
Улар уҡыусыларға һуғыш­ҡа тиклемге тормоштары тураһында һөйләне, балаларҙы ҡы­ҙыҡһындырған һорауҙар­ға яуап бирҙе. Ҡунаҡтар бронежилет, каска, яугир­ҙарға яу яланында кәрәк булған әйберҙәрҙе күрһәтергә алып та килгәйне. Уҡыусылар 25 килограмм ауырлығындағы бронежилетты кейеп тә ҡараны.
Осрашыу аҙағында ҡунаҡтарыбыҙға гимназия тәрбиәселәре бәйләгән маскировка селтәрҙәрен бүләк иттек һәм тағы ла килеүҙәрен теләп хушлаштыҡ.

Зәримә ҒӘБДЕЛМӘНОВА,тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Бронежилетты кейеп тә ҡаранылар
Бронежилетты кейеп тә ҡаранылар
Бронежилетты кейеп тә ҡаранылар
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас