+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
6 Март 2025, 04:35

Быуындар осрашыуы

Асҡар урта мәктәбендә 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан V "В" синыфы уҡыусылары етәкселәре Наилә Йомаҙил ҡыҙы менән ҙур сара үткәрҙе.

Быуындар осрашыуыБыуындар осрашыуы
Быуындар осрашыуы

Был сарала өс быуын осрашты, берләште – әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр килде. Һәр бала үҙенең яҡындарына ҡулдан эшләнгән бүләктәрен тапшырҙы. Концерт күрһәтеп, төрлө уйындар уйнап, аҙағынан күңелле итеп сәй эсеп, өләсәйҙәрҙән кәңәш, вәғәздәр тыңлап таралаштылар. Ә синыф етәксеһе мәктәп тормошонда актив ҡатнашҡан әсәйҙәргә Рәхмәт хаттары тапшырып, етеп килгән байрам менән тәбрикләне.

Быуындар осрашыуы
Быуындар осрашыуы
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас