Уралымдың сикһеҙ хазинаһы
Балҡып ята алмас, алтыны.
Тик алмастан, алтынынан ҡиммәт
Аҫылташ ул – башҡорт ҡыҙҙары.
Гүзәл Ситдиҡова.
Ҡыҙҙар үҙҙәре тураһында таныштырҙы. Милли ризыҡтарыбыҙ тураһында һөйләне. Ҡыҙҙар моңло ла, дәртле лә, йырға маһир ҙа икән үҙҙәре. Һылыуҙарҙың ижади оҫталыҡтарын баһалауы бик ауырға тура килде.
«Һылыуҡай» тажы башланғыстарҙан IV «А» синыфынан Азалиә Көмөшбаеваға тапшырылды. Ә ҙурыраҡтар араһында был исемде VIII«А» синыфынан Алтынай Ибраһимова яуланы.