+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
6 Март 2025, 11:14

Ҡупшыҡайҙар – сәхнәлә

Әбйәлил районының Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһында «Гүзәлкәй» конкурсы уҙҙы. Бында I – IX, X синыфтарҙан 36 ҡыҙ ҡатнашты.

Ҡупшыҡайҙар –  сәхнәләҠупшыҡайҙар –  сәхнәлә
Ҡупшыҡайҙар – сәхнәлә

Беренсе этапта ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырҙы. Артабан таланттар конкурсы үткәрелде. Тамашасылар бейеүҙәрҙе, йырҙарҙы, шиғырҙарҙы һәм театр миниатюраларын ҡараны. һылыуҡайҙар үҙе менән таныштырҙы, башҡорт бейеүҙәре бейене, ижади һәләтен күрһәтте, шулай уҡ «Милли мода», «Дефиле» буйынса ярышты. Грациоз ҡыҙҙар, әйтерһең, аҡҡоштар! Һәр хәрәкәт, һәр ҡараш – барыһы ла еңеүгә ынтылыш тураһында һөйләй. Һәр ҡатнашыусы үҙенең иң яҡшы сифаттарын асырға, үҙенең үҙенсәлекле яҡтарын күрһәтергә тырышты.

Шулай итеп, «Гүзәлкәй – 2025» булып I – II синыфтар араһында Анелия Химмәтова һәм Гүзәл Мортазина танылды.

V – VI синыфтар араһында тажды – Гүзәлиә Хоҙайбиргәнова, VII – X синыфтар араһында Гөлсибәр Баһранова яуланы.

Йәш һылыуҡайҙарҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Яҙҙың иң йәмле конкурсы, һис һүҙһеҙ, ҡыҙсыҡтар күңеленә матурлыҡҡа ынтылыш һалғандыр.

Ҡупшыҡайҙар –  сәхнәлә
Ҡупшыҡайҙар –  сәхнәлә
Ҡупшыҡайҙар –  сәхнәлә
Ҡупшыҡайҙар –  сәхнәлә
Ҡупшыҡайҙар –  сәхнәлә
Ҡупшыҡайҙар –  сәхнәлә
Ҡупшыҡайҙар –  сәхнәлә
Ҡупшыҡайҙар –  сәхнәлә
Ҡупшыҡайҙар –  сәхнәлә
Ҡупшыҡайҙар –  сәхнәлә
Ҡупшыҡайҙар –  сәхнәлә
Ҡупшыҡайҙар –  сәхнәлә
Ҡупшыҡайҙар – сәхнәлә
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас