Тантанала махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙың туғандары һәм яҡындары, ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре, уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары һәм ауылдаштары ҡатнашты.
Был парта Салауат Юламановтың батырлығы тураһында хәтерләтеп торорға, үҫеп килгән быуын өсөн илһөйәрлек өлгөһө булырға тейеш. Ул уҡыу урыны ғына түгел, ә балаларҙы юғары маҡсаттарға ынтылырға, ҡыйыулыҡ һәм намыҫ ҡушыуы буйынса эш итергә дәртләндереүсе илһам сығанағы ла. Яҡшы өлгәшкән уҡыусылар ғына ошондай өҫтәл артында ултырыу хоҡуғына эйә.
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.