«Миләшкәй» уртансылар төркөмө (етәксеһе – Әхмәтова А. Й.) – «Батыр һалдаттар», «Көнбағыш» өлкәндәр төркөмө (Баястанова С. З.) – «Хәтирәләр», «Аҡбуҙат» мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө (Ишдәүләтова А. А.) – «Еңеү көнө» һәм «Беҙҙең өйҙөң йәме» (Жуламанова Н. Й.) әҫәрҙәрен тәҡдим итте.
Бәләкәй артистар сәхнәләштереүгә бик яуаплы ҡараны, етди әҙерләнде. Улар образға инеп, үҙ ролдәрен матур итеп башҡарып, тамашасылар күңелен яулай алды. Был байрам балалар күңелендә оҙаҡҡа ҡалыр, матурлыҡҡа, батырлыҡҡа ынтылыш уятыр, тип ышанабыҙ.
Нажиә ЖУЛАМАНОВА, «Бәпембә» балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.