-19 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
9 Апрель 2025, 15:12

«Быуаттарҙа һинең бөйөклөгөң, Рәсәй!»

Балалар китабы аҙналығы илебеҙҙә быйыл 82-се тапҡыр уҙғарылды.

«Быуаттарҙа һинең бөйөклөгөң, Рәсәй!»
«Быуаттарҙа һинең бөйөклөгөң, Рәсәй!»

Байрам яҙыусы Лев Кассиль тәҡдиме менән 1943 йылда — Бөйөк Ватан һуғышы ҡыҙған мәлдә булдырыла, яҙыусы Мәскәүҙә беренсе аҙналыҡты аса ла. Шул осорҙан алып йыл һайын март аҙағында үтә ул. Быйылғы аҙналыҡ 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 80 йыл тулыуға һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды.

Хәйбулла районы балалар моделле китапханаһы был сараға етди әҙерләнде. Аҙналыҡты асыу тантанаһы «Быуаттарҙа һинең бөйөклөгөң, Рәсәй!» тип исемләнгән әҙәби-патриотик турнирҙан башланды. 3-сө Аҡъяр мәктәбенә үҙ көстәрен һынарға 5 команда килгәйне.

Сара тантаналы рәүештә Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһы флагтарын сығарыуҙан һәм гимндарҙы тыңлауҙан башланды. Ярышта «Йыр һәм строй», «Интерактив викторина», “Шиғырҙар һөйләү”, «Сылбыр» һәм «Герой-ҡалалар» кеүек конкурстар булды. Турнир бик көсөргәнешле барҙы, уҡыусыларҙың тулы, дөрөҫ яуаптары, тарихты белеүҙәре беҙҙең күңелгә хуш килде.

Тантаналы сараға абруйлы ҡунаҡтар саҡырылғайны: Хәйбулла районы ДОСАФ-ының урындағы бүлек рәйесе Салауат Юлдашбаев, йәш армеецтар хәрәкәте етәксеһе Таһир Ишемғолов, «МХО-ла ҡатнашыусылар Советы» йәмғиәт ойошмаһы етәксеһе Алик Юзеев һәм Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Сынбулатова командаларҙың сығыштарын баһаланы, ҡотлап бүләкләне. Почётлы беренсе урынды 2-се Аҡъяр мәҡтәбенең VI кадеттар синыфы яуланы.

Уҙғарылған сара уҡыусыларҙы Ватаныбыҙҙың үткәненә, хәҙергеһенә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уята, илһөйәрлек сифаттарын тәрбиәләй. Байрам «Шайморатов генерал» йыры менән тамамланды.

Гөлнур ТОРОМТАЕВА,

балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәре.

Хәйбулла районы.

 

«Быуаттарҙа һинең бөйөклөгөң, Рәсәй!»
«Быуаттарҙа һинең бөйөклөгөң, Рәсәй!»
«Быуаттарҙа һинең бөйөклөгөң, Рәсәй!»
«Быуаттарҙа һинең бөйөклөгөң, Рәсәй!»
«Быуаттарҙа һинең бөйөклөгөң, Рәсәй!»
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас