-19 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
18 Апрель 2025, 16:55

Мораҡ уҡыусылары

Күгәрсен районы Мораҡтағы 1-се  мәктәптә «Милли кейем» көнө бик матур үтте. Бөгөн беҙҙең балалар һәм уҡытыусылар мәктәпкә башҡорт милли кейемендә килде.

Мораҡ  уҡыусылары
Мораҡ уҡыусылары

 II «А» синыфында ошо көнгә арналған синыф сәғәте менән бергә технология дәресе үткәрелде. Дәрестә уҡыусылар Башҡортостанда йәшәүсе күп милләтле халыҡтарҙың кейем өлгөләре менән танышты. Уҡытыусылары менән  түбәтәй һәм селтәр эшләргә өйрәнделәр. Уҡыусылар башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың милли мәҙәниәте һәм йолалары хаҡында бик күп файҙалы мәғлүмәт тупланы.  Ошо дәрестә балалар ҡыҙыҡһынған һорауҙарына тулы яуаптар алып,  үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисергәндәрҙер әле.  Сөнки уҡытыусылары Зөлфиә Фәйзулла ҡыҙы Илмөхәмәтова бай йөкмәткеле дәрес үткәрҙе бит. Барыһына ла ныҡ оҡшаны.

 Гөлкәй Аллабирҙина,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Мораҡ  уҡыусылары
Мораҡ уҡыусылары
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас