Был егетте күптәргә өлгө итеп ҡуйып була. Республика, төбәк күләмендә үткәрелгән төрлө сараларҙа, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, гел генә еңеүҙәр яулай. Ҡуйған маҡсатына ынтылыусан булыуы менән күптәрҙе һоҡландыра. Уҡыу алдынғыһы булыу өсөн дә күпме тырышлыҡ, әҙерлек кәрәк. Спорт буйынса ла бик юғары күрһәткестәр менән хайран ҡалдыра.
Алсындың матурлыҡҡа, ижадҡа ынтылыуы һәр эшендә сағыла. Иң яратҡан шөғөлдәре – думбырала уйнау, классик әҫәрҙәр уҡыу, сәхнәлә төрлө телдәрҙә шиғырҙар һөйләү. Һәр сығышы һоҡланырлыҡ. Республика күләмендә үткәрелгән «Тере һүҙ» әҙәби конкурсында Гран-при яулауы ғына ни тора!
Киләсәге тураһында алдан уйлаған үҫмер алдағы көнөңдө үҙеңә хәстәрләргә кәрәклеген яҡшы аңлай. Дөрөҫ юлдан тайпылмаҫҡа икәнлеген дә бик яҡшы белә. Бар яҡшылыҡ, әҙәп – ғаиләнән, тиҙәр. Үҙ туған телендә һөйләшеп, халҡының моңон тыңлап, тарихын өйрәнеп үҫкән бала юғалып ҡалмаҫ. Алсындың киләсәге ышаныслы, яҡты булыуына ышанабыҙ.
Мәүзилә ҮТӘЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.