-19 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
24 Июль 2025, 16:48

Һеҙҙең мәктәп әҙерме?

Белем усаҡтарында яңы уҡыу йылына әҙерлек бара. Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейында ла ремонт эштәре башҡарыла. Уҡыу бүлмәләрендә диуарҙар яңы төҫ алды. Иҙәндәргә плиткалар түшәлде. Яңы ҡуйылған ишектәр ҙә һоҡланғыс, матур.

Һеҙҙең мәктәп әҙерме?
Һеҙҙең мәктәп әҙерме?

Ремонт барышында уҡыусылар ҙа ихлас ярҙам иткән. Иҫке лампаларҙы, тимер-томорҙы йыйышҡандар, иҫке ҡағыҙҙарҙы илтеп тапшырғандар.

 – Яңы уҡыу йылына ныҡлап әҙерләнәбеҙ. Лицейыбыҙ яңырып, матурайып ҡалған кеүек. Беҙҙә уҡыусылар өсөн бөтә уңайлы шарттар бар. Белем көнөн яҡшы кәйеф менән ҡаршыларға йыйынабыҙ. Балаларға һынатмаҫҡа, тырышып уҡырға ҡала инде, – ти директор Миләүшә Гайдар ҡыҙы Мырҙағәлина.

Ә һеҙҙә хәлдәр нисек? Белем көнөнә мәктәбегеҙ әҙерме? Беҙгә шул хаҡта яҙып ебәрегеҙ.

Һеҙҙең мәктәп әҙерме?
Һеҙҙең мәктәп әҙерме?
Һеҙҙең мәктәп әҙерме?
Һеҙҙең мәктәп әҙерме?
Һеҙҙең мәктәп әҙерме?
Һеҙҙең мәктәп әҙерме?
Автор: Римма Баймурзина
Читайте нас