Беҙҙең мәктәптә
18 Августа 2025, 07:41

Яңы форма оҡшаны!

Тиҙҙән – 1 сентябрь! Яңы дәреслектәр, яңы белем, яңы дуҫтар һәм яңы форма!

Яңы форма оҡшаны!Яңы форма оҡшаны!
Яңы форма оҡшаны!

 Быйыл форманы һайлауға айырыуса яуаплы ҡарайбыҙ. Беҙҙең мәктәп Өфөләге «Йәйғор» ательеһын һайланы. Ҡыҙҙар өсөн – күлдәк менән алъяпҡыс, малайҙар өсөн – салбар менән пинжәк. Төҫтәре лә бер иш. Бөтәһе лә бик матур! Иң мөһиме – беҙҙең өсөн!

Минеңсә, өлкәндәр беҙҙең хаҡта ҡайғырта. Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Асия Йосопова әйтеүенсә, мәктәп формаһын һайлау – уртаҡ эш. Ата-әсәләрҙең һәм уҡыусыларҙың фекерен иҫәпкә алырға кәрәк. Иң мөһиме – форма тәбиғи материалдарҙан тегелгән, уңайлы булһын.
Йыл уҡыусыһы Яҙгөл Хәжиәхмәтова (һүрәттә): «Яңы форма миңә көс бирәсәк. Ышаныслы итеп тоям үҙемде!» – тине.
– Балаға формала йөрөүе ҡыйын булмаҫҡа тейеш. Улар бит көнө буйы уҡый, – ти әсәһе Юлиә апай ҙа ике ҡыҙына форма һайлағанда. Сәләмәтлек мөһим. Бик дөрөҫ!
Был күлдәк менән алъяпҡыс миңә лә бик оҡшаны. Уны тиҙерәк кейеп мәктәпкә барғым килә. Мин әҙер! Ә һин?


Зөлхизә ЙОСОПОВА.
Белорет районы,
Инйәрҙәге 2-се мәктәп.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас