-19 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
20 Октябрь 2025, 13:17

Беҙҙекеләр бер ҙә һынатмай

и

Беҙҙекеләр бер ҙә һынатмай
Беҙҙекеләр бер ҙә һынатмай

Йәш шайморатовсыларға ҡарайһың да күңелдә ғорурланыу, һоҡланыу хистәре тыуа. Түбәнге Йәркәй лицейы шайморатовсылары быйыл VI синыфта белем ала. Араларында спортсылар ҙа, рәссамдар ҙа, бейеүселәр, йырсылар, музыка ҡоралдарында оҫта уйнаусылар ҙа бар. Вадим Валькаев йыр конкурстарында призлы урындар алһа, Гүзәл Кашапова, Эльвина Камалова матур итеп һүрәт төшөрә, Әҙилә Фәррәхова фортепианола уйнай, Ильяна Сәлихова өҙҙөрөп бейей. Айнур Ғарипов иһә бөтә фәндәрҙе лә яҡшы белеүе менән айырылып тора.

Дәрестән тыш сараларҙа балаларҙың физик яҡтан үҫешенә ҙур иғтибар бүленә: төрлө спорт түңәрәктәренә йөрөйҙәр. Күптән түгел районда үткән «Милләттәр кросы»нда Ильяна Сәлихова, Әмирә Әхиәруллина, Рафаэль Ғөбәйҙуллин III урын яуланы. Башҡа уңыштары ла бар. «Йәйге шайморатовсылар уйындары»ның төбәк этабында ла III урын алдылар. Көҙгө туриадала «Туристик йыр», «Беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү» буйынса – II, «Плакат» номинацияһында III урынға сыҡҡандар.

Лицей шайморатовсыларының ҡаҙаныштары һанап бөткөһөҙ. Ҡасан ҡарама, улар синыф етәксеһе Лилиә Рәсил ҡыҙы Мослохованы уратып алып, нимә тураһындалыр һөйләшә, пландар ҡора. Республика көнөнә арналған брейн-ринг үткәрҙеләр.

– Уҡыусыларым бөтә эште лә иң беренселәрҙән булып башлай. Милли кейем көнөнә бағышланған акцияға беренсе булып ҡушылдыҡ, миләш йыйыу буйынса ла һынатманыҡ. Уҡыусыларымдың алдынғы, Тыуған илебеҙ өсөн иң кәрәкле кешеләр булып үҫеүҙәренә ышанам, – ти Лилиә Рәсил ҡыҙы.

Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Илеш районы,
Түбәнге Йәркәй лицейы.

Беҙҙекеләр бер ҙә һынатмай
Беҙҙекеләр бер ҙә һынатмай
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас