Байрам моң һөйөүсе уҡыусыбыҙ Данияр Аҙнабаевтың оҙон көйө менән башланып китте. Руфина Атнабаева менән Нургиз Мөхәмәтйәнов та ныҡ оҫтарып алған. Матур алып барҙылар байрамды.
Бына сәхнә түренә гимназистар сафына баҫасаҡ уҡыусыларҙы саҡырҙылар. Береһенән-береһе талантлы улар! Айсулпан Тоҡомбәтова, Гөлдәриә Ҡыуатова, Нурания Сәлихова тыпырҙатып-тыпырҙатып бейеүҙәре менән күңелдәрҙе күтәрҙе. Даян Сыңғыҙов көрәш алымдарын күрһәтте. Алина Саттарова, Камилла Арыҫланова, Гөлиә Ваһапова дәртле йыр бүләк итте. Әлиә Әйҙәшева менән Риана Күсәрбаева ижад емештәрен - шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ҡәҙриә Әҙеһәмова, Наҙгөл Килдебаева, Диана Дәүләтшина башҡорт, урыҫ шағирҙарының әҫәрҙәрен тасуири итеп һөйләне. Нурсолтан Аҡсурин менән Тимербулат Ҡолтаев юмор яғынан һәләтле икән дә. Сығыштарын һоҡланып тыңланыҡ. Гөлйөҙөм Хәбибуллина тарих менән ҡыҙыҡһына. Ул тыуған ауылы Ярғайыштың үткәне, бөгөнгөһө менән таныштырҙы. Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр туплаған. Ә Алина Ғарифуллинаның ҡул эштәренә оҫта икәнен белдек. Ул ҙур итеп лиана гөлөн, уйынсыҡтарҙы ырғаҡ менән бәйләгән .Тырнаҡ эшләү серҙәрен дә өйрәнә.
Гимназиябыҙға һәләтле уҡыусылар килде. Уларҙың шәплеген күреп, күңелдәр ҡыуанды. Барыһына ла уңыштар, белем усағыбыҙҙың ғорурлығы булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ. Һынатмаһындар, гел алда барһындар!
Нурзиә ҠӘҘЕРБӘКОВА,
тәрбиәсе.
Ейәнсура районы, Иҫәнғолдағы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт интернат- гимназияһы.