Эйе, улар бөгөн синыфтары менән ҡаланың янғын һүндереү бүлегенә барып ҡайтты. «Шырпы уйынсыҡ түгел. Өйҙә бер үҙең ҡалғанда газ, электр плитәһенә рөхсәтһеҙ тейергә ярамай», – тип кәңәш бирҙеләр уларға.
II «В» синыфының етәксеһе Таңһылыу Сәғит ҡыҙы Фәметдинова:
– Балаларға экскурсия ныҡ оҡшаны. Күпте күреп, белеп ҡайттылар. Янғын һүндереүселәр менән яҡындан таныштылар.. Янғын һүндереү бүлегендә балаларға бина буйлап экскурсия үткәрҙеләр, ҡарауыл биналарын, ял итеү бүлмәләрен күрһәттеләр. Уларға эш кейемдәре, янғын һүндереү, ҡотҡарыу йыһаздары, машиналары тураһында ла һөйләнеләр. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы һәм һорауҙар ҙа бирҙе.
Был һөнәр эйәләре өсөн кеше ғүмерен ҡотҡарыу иң мөһиме, быны улар һәр саҡ иҫтә тота. Шуға ла һәр саҡ ярҙамға килергә әҙерҙәр.
Уҡыусыларым экскурсиянан ҡәнәғәт ҡалды. Киләсәктә кемеһелер янғын һүндереүсе булып булып та китер әле, – ти.
Ысынлап та, файҙалы һәм фәһемле булған экскурсия.