Аҡса бүленеп, ата-әсәләр ҙә финанс ярҙамы күрһәткәс, кабинетта ҙур эш башҡарылды. Яңы теген машинкалары ҡуйылды, улар өсөн өҫтәлдәр килтерелде. Ҡыҙҙарға бешерергә өйрәнеү өсөн кухня гарнитуры урынлаштырылды, ә малайҙарға станоктар алынды.
Сираттағы хеҙмәт дәресендә уҡытыусы Алевтина Климкина ҡыҙҙарға бер нисә ризыҡ әҙерләргә өйрәтте. Уҡыусылар турамалар яһаны, пицца, ҡоймаҡ бешерҙе. Вәт тәмле килеп сыҡты! Һуңынан күмәкләп һыйландылар.