-19 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
23 Ғинуар , 11:00

Мәктәп ғорурлығы

Республикабыҙҙың белем усаҡтарында тырыш, һәләтле уҡыусылар күп. Бөрйән районы Яңы Усман мәктәбенән VIII синыф уҡыусыһы Динислам Ишморатовты ла маҡтап ҡына телгә алалар.

Мәктәп ғорурлығы
Мәктәп ғорурлығы

Яҡшы уҡыуы, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтеүе, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыуы өсөн үҙен район Шыршы байрамына саҡырыу менән бүләкләгәндәр. Өлгөлө уҡыусы ул. Теүәл, гуманитар фәндәрҙе берҙәй ярата. Яңыраҡ технология буйынса олимпиадала II урын яулаған. Уның проект эшен – ағас тейәү өсөн манипуляторын жюри ағзалары бик оҡшатҡан.

 – Динислам олимпиадала практик эште лә бирелгән ваҡыт эсендә дөрөҫ итеп эшләп ҡуйҙы. Көрәк яһарға ҡушылғайны. Оҫталығын күрһәтте. Шундай шәп, өлгөр уҡыусыбыҙ менән ғорурланабыҙ, – ти синыф етәксеһе Зилә Айнулла ҡыҙы Мәзитова. Йәмғиәтте өйрәнеү, урыҫ әҙәбиәте, физкультура һәм башҡа фәндәр буйынса ла призлы урындар алған егет. Киләһе йылда, IX синыфта, үҙен республика олимпиадаларында ла һынап ҡарар әле. Күп уҡыусыларҙың ваҡытты дөрөҫ бүлә белеүе, бер минутын да бушҡа уҙғармауы һоҡландыра. Динисламдың да яратҡан шөғөлдәре бар. Ҡурайҙа уйнай. Райондың 80 йыллығына арналған тантанала 80 ҡурайсы сығыш яһаған, унда Яңы Усман ҡурайсылары ла ҡатнашҡан.

Динислам бейергә лә әүәҫ. Спорт секцияларына йөрөй. Көрәш, баскетбол ярыштарында һынатмай. Уларҙың волейбол, футбол буйынса командалары районда алдынғыларҙан һанала. Хоккей ярата. «Салауат Юлаев» командаһының көйәрмәне, һәр уйынсыны белә.

Синыфтары менән тимурсылыҡ эшен дә ойошторғандар. Ветеран уҡытыусы, улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсимә Насирйән ҡыҙы Мырҙагилдинаны шефлыҡҡа алғандар. Уға йорт эштәрендә ярҙам итеп торалар. Әйткәндәй, Динисламдың ағас тейәү өсөн манипулятор эшләүе лә юҡтан ғына килеп сыҡмаған: атаһының уң ҡулы бит, ә уның үҙенең пилорамаһы бар икән.

– Өйҙә бөтә эште лә эшләй, утын быса, яра, мал ҡарай. Ветеран уҡытыусы өләсәһенә лә барып ярҙам итеп китә, – тип ҡыуана әсәһе. Ғаиләләрендә биш бала икән, Динислам – бер бөртөк малай, дүрт апаһы бар. Китап уҡырға ла ваҡыт таба, фантастиканы үҙ итә.

 – Шулай ҙа иң яратҡан шөғөлөм – балыҡ тотоу. Беҙҙә Бетерә йылғаһы аға, – ти Динислам. Синыф етәксеһе уның башҡаларға ҡарата ихтирамлы булыуы, ярҙамсыллығы тураһында ла әйтеп үтте.

– Ауылыбыҙҙа һәләтле, төрлө яҡлап та өлгөр балалар үҫеүенә бик шатбыҙ. Үҫеп килгән быуынға башлаған эштәрендә һәм яулаған үрҙәрендә артабан да уңыштар теләйбеҙ, – ти Зилә Айнулла ҡыҙы.

 

Мәктәп ғорурлығы
Мәктәп ғорурлығы
Мәктәп ғорурлығы
Мәктәп ғорурлығы
Мәктәп ғорурлығы
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас