Ярыш бик сәмле, көсөргәнешле булды. Уҡыусылар сафта йөрөү әҙерлегенән алып автоматты һүтеп йыйыу, беренсе ярҙам күрһәтеү, викторина һорауҙарына яуап биреү кеүек этаптарҙа үҙҙәрен һынаны. Йәш үҫмерҙәрҙән уйын яҡшы физик әҙерлек, зирәклек, фекерләй белеү, етеҙлек, тәртип талап итте. Беҙҙең синыф егеттәре бик ҡыйыу булды, беренселекте улар алды. Һуңынан еңеүселәргә бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды. Беҙ, ҡыҙҙар, улар менән ғорурланабыҙ.
Нәркәс ВӘХИТОВА.
Өфө ҡалаһы.