Байрамдың тантаналы өлөшө ысын таланттар парадына әүерелде. Уҡыу, спорт һәм йәмәғәт тормошондағы иң сағыу уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары гимназияны данлай. Был көндө иң алдынғы уҡыусылар, иң әүҙем синыфтар ҙа билдәләнелде. Почётлы ҡунаҡтар, район хакимиәт вәкилдәре, герой ғаиләләре сығарылыш уҡыусыларын, йондоҙсоҡтарыбыҙҙың уңыштарын һәм маҡсатҡа ынтылышын билдәләп, грамоталар һәм бүләктәр тапшырҙы.
Быйыл Салауат Таһир улы Күсимовтың атаһы исеменә булдырған стипендияһына XI синыф уҡыусыһы, бөтә стиль каратэ буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, спорт мастерлығына кандидат Салауат Хәйбуллин эйә булды. Йәнә Рамаҙан Мусин, Азалиә Ғәлиуллина, Камила Ғәйнетдинова мәктәп тормошонда иң әүҙеме, Данил Низаев, Мәликә Батталова, Ынйы Усманова иң шәп спортсы булараҡ бүләкләнде. Химия буйынса республика олимпиада еңеүселәре Динә Йосопова, Айсар Әхмәтшин да Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнде. Ә синыфтар араһында иң-иңе кемдәрме? IX «К» менән IV «Б», улар ҙа тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Фәнилә Мансур ҡыҙы Ноғаманова ҡулынан лайыҡлы премиялар алып һөйөндө.
Башҡорт теле буйынса төбәк олимпиадаһында еңеү яулаған өсөн Фәриҙә Зиннур ҡыҙы Ғөбәйҙуллина исемендәге стипендия Ләйсән Рәхмәтуллина, Азалия Ғәлиуллина, Әлфиә Ғәлимйәнова, Камилә Моратова, Наҙгөл Илһамова, Диана Аҡназароваға тапшырылды.
Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов исемендәге премия ла үҙ эйәләрен көтә ине. Уны иң яҡшы шайморатовсы һәм йәш армеец булып билдәләнгән Динир Камилов, Искәндәр Ғәлиуллин, Риана Ҡаһармановаларға геройҙың ғаиләһенән Айгөл Милләт ҡыҙы менән Айсар Әнүәр улы тапшырҙы. Шулай уҡ иң яҡшы кадет исемен алған Ғәзинур Йосоповҡа, әшулай уҡ Гөлиә Иғдисамова, Алмаз Таһировтарға махсус бүләк бирелде. Гимназия директоры Рәмил Нурислам улы Әхмәтов та конкурстар һәм олимпиадалар еңеүсеһе Илгизәр Дауытовҡа үҙ премияһын әҙерләгәйне.
Матур байрамды Фәнил Ноғаманова етәкселегендәге «Талисман» вокаль ансамбле менән Гөлназ Ғәбитованың «Йондоҙ» бейеүселәре сығыштары биҙәне.