Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
27 Февраль , 11:38

Әлифба менән хушлаштыҡ

Әлифба байрамы ҡабатланмаҫ бала саҡ иленең иң онотолмаҫ сараларының береһе.

Әлифба менән хушлаштыҡ
Әлифба менән хушлаштыҡ

Ер йөҙөндә кем генә булмаһын, ҡайҙа ғына эшләмәһен, ул ҙур тулҡынланыу менән үҙенең тәүге китабын – әлифбаны ҡулға алғанын иҫкә төшөрә. Сөнки һәр кемдең белем донъяһына аяҡ баҫыуы унан башланған. Тимәк, әлифба китабы – оҙон ғүмерле, тәрән мәғәнәле, баһалап бөткөһөҙ байлыҡ.

 Беҙҙең мәктәбебеҙҙә лә ҙур тантана – Әлифба байрамы үткәрелде. I синыф уҡыусылары уны ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Байрамда балалар шиғырҙар ятланы, йырҙар йырланы. Әлифба һәм Туған тел дә ҡунаҡҡа килгәйне. Ата-әсәләр ҙә саранан ситтә ҡалманы. Отҡор Әлифба ҡыҙыҡлы һорауҙарын бирҙе. Байрам бер тында һиҙелмәйсә үтте лә китте. Яңы ғына мәктәп ишеген асҡан беренселәр белем тауының тәүге баҫҡысына ла баҫты. Беренселәр сос, тырыш, аҡыллы. Уңыш, Шыршы байрамдарында еңеүсе булдылар. Ләйсән Вәлитова районда ла үҙен һәләтле рәссам булараҡ күрһәтте. Артабан да уңыштар ғына юлдаш булһын!

 

Розалиә ӘЛҒАЗИНА,

 башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

 Бөрйән районы,

 Әтек мәктәбе.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас