– Беҙ, ирекмән-журналистар, алғы һыҙыҡтағы яугирҙар менән даими бәйләнештәбеҙ. Махсус хәрби операция башланғандан алып тапшырыуҙарыбыҙҙа уларҙың батырлығы, хәлдәре тураһында һөйләйбеҙ. Ирекмән булараҡ, гуманитар ылау туплайбыҙ, төрлө акция, саралар ойошторабыҙ, – тип үҙҙәре менән таныштырҙы Динара Сафина.
Батырлыҡ дәресен асып:
– Мин яугир ҡатыны булам. Батырлыҡ дәресендә беҙ тарихи мәғлүмәттәр генә биреп ҡалмайбыҙ. Һеҙҙең менән әлеге көн геройҙары, Ватан һаҡсылары, алғы һыҙыҡҡа ярҙам күрһәткән ирекмәндәр, тыл батырҙары тураһында ла һөйләшербеҙ, – тине Зөһрә Арсаева.
Ул шулай уҡ «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге ирекмән-журналистар төркөмөнә ҡушылырға ла саҡырҙы.
Был дәрескә республиканың МХО ветерандары ассоциацияһы директоры урынбаҫары, Өфө районы советы депутаты, ирекмән Рәжәп Арыҫланов та саҡырылғайны.
– Батырлыҡ дәресен мәктәптәрҙә үткәреп торорға кәрәк. Беҙ яу яланындағы хәл-ваҡиғаларҙы, һалдаттарҙың төрлө милләттән булыуҙарына ҡарамаҫтан, бер маҡсатлы, татыу, берҙәм булып, илебеҙ азатлығы, тыныс тормош өсөн көрәшеүҙәре, хатта ғүмерҙәрен биреүҙәре тураһында һөйләргә, еткерергә тейешбеҙ.
Иң ауыры – яугир дуҫыңды юғалтыу. Күңел йыуатҡаны – һеҙҙең кеүек мәктәп уҡыусыларынан хат алыу. Миңә Миша исемле өсөнсө синыф уҡыусыһынан хат тапшырҙылар. Уның кире адресы юҡ ине. Шулай ҙа мин был хатты һәр ваҡыт түш кеҫәмдә йөрөтәм. Һеҙ ҙә яҙығыҙ яугирҙарға, уларға йылы һүҙҙәрегеҙҙе, теләктәрегеҙҙе еткерегеҙ. Һалдаттарға дәрт өҫтәрһегеҙ, еңеүгә көс бирерһегеҙ, – тине ул.
Сарала Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов менән биш тапҡыр Донбассҡа сәфәр ҡылған, яугирҙар алдында сығыш яһаған билдәле йырсы Гөлсөм Бикбулатова ла ҡатнашты. Улар илебеҙгә, тыуған еребеҙгә, халҡыбыҙға һәм тарихыбыҙға һөйөү уятыусы, рухты күтәреүсе йырҙарын башҡарҙы.
Осрашыу аҙағында гимназияның директор урынбаҫары Азамат Шәмсетдинов:
– Балалар һуғышты күреп үҫмәһен. Әммә уның ниндәй ҡурҡыныс икәнен белергә, аңларға тейештәр. Шуға ла был дәрес тәрбиәүи йәһәттән бик фәһемле, әһәмиәтле, – тип белдерҙе.
Эйе, мәктәптәрҙә махсус хәрби операция яугирҙары менән осрашыуҙар үткәреү бик кәрәк. Уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүҙә Батырлыҡ дәресенең роле ҙур.
Гөлшат ИМЕЛБАЕВА.
Өфө ҡалаһы.