

Әле генә тамамланған уҡыу йылында балалар һынатманы. Район, республика кимәлендә төрлө олимпиада, спорт ярыштарында еңеүҙәре күп. Ижади конкурстарҙа ла үҙҙәрен күрһәтәләр, йыр-бейеүгә маһирҙар. Гел “бшле”гә өлгәшеүселәр ҙә маҡтауға лайыҡ.
Тап ошо уҡыусылар “Йондоҙҙар парады”нда тәбрикләнде лә инде. Мәктәп директоры Рафиҡ Рәшит улы Әбүләев уларға Почет грамоталары тапшырып, алда йәнә еңеүҙәр теләне, ҡалғандарға ла уларҙы ҡыуып етергә кәрәк, тине.
Иң тулҡынландырғыс мәл “Йыл уҡыусылары”н билдәләү булғандыр. Быйыл уларҙы 12 номинацияла һайлағандар, һәр кем ниндәйҙер йүнәлештә ҙур уңыштарға өлгәшкән. Һәр уҡыусыға кубок тапшырылды. Ә иң өлгөлөһө тип IX “А” синыфынан Амелия Рәжәпова табылды. Ул күп конкурс, олимпиадаларҙа еңеү яулай, күпте белгән тырыш ҡыҙ. Спортта ла һынатмай. Амелия үҙенә ошо үрҙәргә менергә ярҙам иткән уҡытыусыларына, ата-әсәһенә ҙур рәхмәт белдерҙе.
Мәктәп коллективы ла тәбрикләнде. Сара концерт, театр номерҙары менән үрелеп барҙы. Дәртле тамашанан көс алып таралыштыҡ.