

Рәсәйҙә лә танылыу яулаған, сөнки йыл һайын Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ҡатнашмай ҡалмай уның һәләтле уҡыусылары. Ысынлап та, был лицейҙа республикабыҙ район-ҡалаларынан һәм күрше өлкәләрҙән иң һәләтле балалар уҡый, тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Сөнки лицейға үҙҙәре ойошторған олимпиада һөҙөмтәләре буйынса иң-иңдәрҙе һайлап алалар.
Быйыл да Республика инженер интернат-лицейын көслө уҡыусылар тамамлай. XI синыфтан ғына – ете Республика Башлығы стипендиаты. Ә Ильяс Ҡазыханов, Шамил Ғәбитов, Ғәлим Фазлетдинов, Сәид Хажиев бер синыфта – XI “А”-ла уҡый. Ильяс өс йыл рәттән Бөтә Рәсәй олимпиадаһының химия буйынса йомғаҡлау этабында призер булған. Шамил һәм Ғәлим информатика буйынса былтыр ил кимәлендә еңеүсе исемен яулаған. Сәид иһә математика буйынса федераль исемлеккә ингән олимпиадаларҙың йомғаҡлау этабы еңеүсеһе.
Лицейҙа уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереү өсөн бөтә шарттарҙы булдыралар. Олимпиада хәрәкәте остаздары хәрәкәте эшләй. Өфө дәүләт нефть-техник университеты менән тығыҙ бәйләнеш бар. “Аврора” һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге менән дә дуҫлыҡ ҙур. Күп уҡыусылар “Сириус” белем биреү үҙәгендә уҡып ҡайта. Унда эләгеү өсөн, әлбиттә, айырым конкурс аша үтергә кәрәк. Ҡыҫҡаһы, ҡайһы йүнәлеш күңелеңә яҡын, шул юлдан китеп, һәләтеңде үҫтереү, маҡсатлы еңеү өсөн шарттар етерлек. Уҡыусылар лицейҙы тамамлағас, ҡайһы юғары уҡыу йортона барасаҡтарын да алдан хәл итеп ҡуя.
– Улыбыҙ Ғәлим Фазлетдиновтың яҡшы уңыштары өсөн Республика инженер интернат-лицейы етәкселегенә һәм педагогтарына тәрән ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ. Был белем усағында уҡыған һәр бала уникаль мөхиткә эләгә. Кескәйҙәр маҡсатҡа ынтылыусан, еңеүҙәр яулаған өлкән синыф уҡыусыларынан өлгө ала. Тәжрибәле педагогтар баланың һәләтен үҙ ваҡытында күреп, бейеклектәргә, һөнәри үҫешкә йүнәлеш биреп ебәрә. Нәҡ ошондай мөхиттә уҡыусылар шәхес һәм үҙ эштәренең оҫтаһы булараҡ үҫә. Ғәлим ике йыл Башҡортостан Башлығы стипендиаты булды. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү иһә Рәсәйҙең теләһә ҡайһы вузына һынауһыҙ уҡырға инеү мөмкинлеге бирә. Барыһы өсөн дә лицей директоры Азамат Ямғурсинға, уның урынбаҫарҙарына, хөрмәтле остаздарыбыҙ Инсаф Иҡсановҡа һәм Вадим Ниғмәтуллинға, синыф етәксебеҙ Асия Әхмәтоваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, – ти Гүзәл Фәйзулла ҡыҙы.
Лицейҙы тамамлаусыларға киләсәктә лә ҙур уңыштар теләйбеҙ!